10.05.2024

БАТЫР ИСЕМЕН МӘҢГЕЛӘШТЕРЕП...

9 майҙа Айып ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған өлкән лейтенант Әхкәмов Илгизәр Вәғиз улы иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте.

9 майҙа Айып ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған өлкән лейтенант Әхкәмов Илгизәр Вәғиз улы иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Сарала Мәсетле районы Хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, Илгизәрҙең әсәһе, хеҙмәттәше, туғандары, уҡытыусылары, ауылдаштары ҡатнашты.

Илгизәр белемен Оло Ыҡтымаҡ ауылының Башҡорт гимназия-интернатында ала. Уҡыу дәүерендә төрлө ярыштарҙа, бәйгеләрҙә, сараларҙа ҡатнаша. Милли көрәш, саңғы буйынса ярыштарҙа урындар яулай. Районда “Урал батыр” конкурсы еңеүсеһе тип танылғас, республика күләмендә сығыш яһай. Инша, шиғыр булһынмы – беренселекте бирмәй офицер. Илгизәр Вәғиз улы – спорт мастеры.

Бәләкәй саҡтан хәрби булам тип хыяллана һәм теләге тормошҡа аша – 2013 йылда Новосибирск юғары хәрби белем биреү училищеһына уҡырға инә. 2018 йылда ҡулына диплом алып, Уссурийскиға хеҙмәт урынына ебәрелә.

Ә 2018 йылдың 7 майынан бойороҡ буйынса разведка ротаһы взводы командиры итеп тәғәйенләнә. II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана.

2020 йылдың 13 апрелендә “өлкән лейтенант” хәрби званиеһы бирелә. 2022 йылдың 20 апрелендә “Сүриә хәрби берҙәмлеген нығытҡан өсөн” миҙалы менән наградлана.

2023 йылдың март айынан Украина биләмәһендәге махсус хәрби операцияла алғы һыҙыҡта була.

Илгизәр ғүмеренең аҙағына тиклем хәрби антына тоғро ҡалып, Рәсәй армияһы офицеры исемен данлай, геройҙарса һәләк була.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены тапшырыла.

Илгизәр Вәғиз улы яҡты донъянан китһә лә, ул беҙҙең менән. Ул хәтеребеҙҙә мәңге һаҡланасаҡ. 

Последние новости

Наши будни

Добрый день, дорогие друзья! Всем прекрасного начала трудовой недели и хорошей погоды!

Рабочая встреча с хокимом Ферганской области Узбекистана Хайрулло Бозаровым

20 мая в Уфе Глава Башкортостана Радий Хабиров встретился с хокимом Ферганской области Узбекистана Хайрулло Бозаровым.

Радий Хабиров встретился с министром энергетики Узбекистана

Глава Башкирии Радий Хабиров встретился с официальной делегацией Узбекистана, возглавляемой министром энергетики страны Журабеком Мирзамахмудовым.

Card image

Как они помогают управлять бюджетом и сэкономить

Комментарии (0)

Добавить комментарий

Ваш email не публикуется. Обязательные поля отмечены *